Revelation of John 18
Бабилдың емерелеүе
1Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: шөһрәтенән ер яҡтырҙы. 2 aУл көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде!Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына,
нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде.
Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын
бөтә халыҡтарға эсерҙе,
3ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды,
сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.
4 bКүктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең,
Бабилдың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм
уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн,
унан сыҡ.
5Уның гонаһтары инде өйкәлешеп,
күккә тиклем ашты һәм
Алла уның енәйәттәрен иҫенә төшөрҙө.
6 cУл бүтәндәргә нисек булған булһа,
һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ,
уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ,
уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында
үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.
7 dУл үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә,
уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ,
ул бит күңеленән генә:
«Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел,
ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.
8Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ
бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ,
сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.
9 eУның менән зина ҡылған һәм ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ. 10Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала!
Эй Бабил, ҡеүәтле ҡала!
Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, –
тип әйтәсәктәр. 11 fЕрҙәге сауҙагәрҙәр уның хаҡында ҡайғырып илаясаҡ, сөнки уларҙың тауарҙарын бер кем дә һатып алмаҫ, 12алтын һәм көмөш әйберҙәрен, аҫылташтарын һәм ынйыларын, нәфис етен һәм ебәк, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларын, хуш еҫле ағас төрөн, фил һөйәгенән яһалған әйберҙәрен, ҡиммәтле ағастан, баҡырҙан, тимерҙән һәм мәрмәрҙән эшләнгән төрлө нәмәләрен, 13баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ. 14– Йәнең көҫәгән емештәрең юҡ хәҙер.
Бөтә зиннәтлелегең һәм ҡупшылығың
һине ташланы,
улар бер ҡасан да табылмаҫ.
15Был тауарҙарҙың бөтөнөһө менән сауҙа итеүселәр һәм байыусылар, уның ғазаптарынан ҡурҡып, ҡайғырып илап ситтәрәк баҫып торасаҡ. 16Улар: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала!
Нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл кейем кейер,
алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәнер инең.
17Шундай байлығың бер сәғәттә юҡҡа сыҡты! –
тип әйтәсәктәр. Диңгеҙҙә карап йөрөтөүселәр ҙә, караптарҙа йөҙөүселәрҙең бөтөнөһө лә, диңгеҙселәр ҙә, иңгеҙ кәсебенән файҙа күреүселәр ҙә ситтәрәк баҫып торҙо. 18Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар. 19Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала!
Диңгеҙҙә караптары булған бөтәһе лә
байлығың арҡаһында байыны.
Инде һин бер сәғәттә харап булдың! – тинеләр. –
20Эй күк, уның хәленә ҡыуан,
изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ,
сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә,
Алла уны шулай хөкөм итте.
21 gБынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Бабил ҡалаһы
бына шундай көс менән ырғытылыр
һәм ул башҡаса табылмаҫ.
22Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа,
һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа
ишетелмәҫ инде һиндә.
Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә,
бер генә һөнәр ҙә булмаҫ,
тирмән ташының тауышы ла ишетелмәҫ.
23Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ,
кейәү менән кәләш тауыштары ла
инде бынан ары ишетелмәҫ.
Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды,
тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.
24Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм изгеләрҙең ҡаны,
ерҙә үлтерелгәндәрҙең бөтәһенең ҡаны табылды.
Copyright information for
BakIBT2023