a Зәб 103:35.
Revelation of John 19
Раббыны маҡтағыҙ
1 aБынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! ▼▼ Раббыны маҡтағыҙ – йәһүд телендә «Һалелуяһ».
Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә – Аллабыҙҙыҡы!
2Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел,
сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән
ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән
бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм
Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.
3Бынан һуң күктән йәнә: – Раббыны маҡтағыҙ! –
тип әйтелде. – Фәхишәнең яныуынан сыҡҡан төтөн
мәңгенән-мәңгегә күтәрелә.
4Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып: – Амин! Раббыны маҡтағыҙ! –
тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр. 5Тәхеттән былай тип өндәшкән тауыш килде: – Алланың бөтә ҡолдары,
Унан ҡурҡыусылар, ябайҙар һәм бөйөктәр,
Аллабыҙҙы маҡтағыҙ!
6Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ!
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ
батшалыҡ итә башланы!
7Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайыҡ.
Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп бөттө.
8 cКәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан
таҙа кейем бирелде.
Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул. 9Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре. 10Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра.
Аҡ ат өҫтөндәге һыбайлы
11 dМин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел. 12Уның күҙҙәре – ут ялҡыны кеүек, ә башында – бик күп таждар. Уға Үҙенән башҡа бер кем белмәй торған исем яҙылған. 13 e fУл ҡанға батҡан кейем кейгән һәм Уның исеме – Алла Һүҙе. 14Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән. 15 gУның ауыҙынан халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, һыҡҡыста йөҙөм һығасаҡ. 16Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған. 17 hШунан һуң мин ҡояшта торған бер фәрештәне күрҙем. Ул, күк йөҙө буйлап осоусы бөтә ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, көслө тауыш менән ҡысҡырҙы: – Осоп килегеҙ, Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ! 18Батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының, көслөләрҙең, аттарҙың һәм уларҙың һыбайлыларының мәйеттәрен, бөтә иреклеләрҙең дә, ҡолдарҙың да, ябай кешеләрҙең дә, бөйөктәрҙең дә мәйеттәрен ашағыҙ. 19Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем. 20 iӘ януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды. 21Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды.
Copyright information for
BakIBT2023