Revelation of John 2
Эфестағы имандаштар берҙәмлегенә хат
1Эфестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти: 2Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың. 3Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың. 4Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һин башта булған һөйөүеңде оноттоң. 5Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын. 6Ә инде Николаус яҡлыларҙың эштәренә нәфрәтләнеүең яҡшы, ул эштәргә Мин дә нәфрәтлемен. 7Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә Мин Алла ожмахында булған тормош ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирермен».Смурналағы имандаштар берҙәмлегенә хат
8Смурналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Тәүге һәм Һуңғы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти: 9Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны. 10Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы ▼▼ Тормош тажы – элек ярыштар ваҡытында еңеүсегә үрелгән таж кейҙергәндәр. Бында ла, тоғро булғандарға мәңгелек тормош билдәһе итеп, тормош тажы вәғәҙә ителә.
бирермен. 11Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кеше икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ». Пергамдағы имандаштар берҙәмлегенә хат
12Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ике яғы ла үткер ҡылысы булған Зат былай ти: 13Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипас үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең. 14 bӘммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән. 15Шулай уҡ һиндә Николаус яҡлыларҙың тәғлимәтен тотоусылар ҙа бар. 16 cТәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен. 17Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә серле майҙә ▼▼ Майҙә – Алла боронғо Исраил халҡын Мысыр ҡоллоғонан сығарғас, сүлдә тамаҡтарын туйҙырыу өсөн күктән ебәрелгән ризыҡ.
һәм аҡ таш бирермен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр». Түәтейралағы имандаштар берҙәмлегенә хат
18Түәтейралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары баҡыр һымаҡ ялтырап торған Алла Улы былай ти: 19Һинең эштәреңде лә, мөхәббәтеңде, хеҙмәтеңде, иманыңды һәм сыҙамлылығыңды ла беләм. Һуңғы башҡарған эштәреңдең тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ икәнлеген дә беләм. 20 eӘммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Изевел исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың. 21Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй. 22Инде Мин уны ҡаты ауырыу түшәгенә һалырмын, ә уның менән зина ҡылыусыларҙы, ҡылыҡтарынан баш тартмаһалар, ҙур ҡайғыға дусар итермен. 23Уның балаларын ▼▼ Уның балаларын – «уның юлынан барыусыларҙы» тигән мәғәнәлә лә аңларға мөмкин.
үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен. 24Түәтейрала йәшәгән башҡаларға шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам. 25Тик Мин килгәнгә тиклем үҙегеҙҙә булғанды һаҡлағыҙ. 26– 27– 28 gЕңгән кешегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менәнхакимлыҡ итер –
уларҙы балсыҡ көршәктәй ватыр.
Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.
29Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».
Copyright information for
BakIBT2023