‏ Revelation of John 20

Мең йыл буйы батшалыҡ итеү

1Шунан һуң мин күктән төшөп килгән фәрештәне күрҙем. Уның ҡулында упҡын асҡысы менән ҙур сылбыр бар ине. 2 aУл – аждаһаны – Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды – тотоп алды ла мең йылға сылбырлап ҡуйҙы. 3Мең йыл үткәнгә тиклем, халыҡтарҙы алдамаһын өсөн, уны упҡынға ташланы, упҡынды бикләп ҡуйҙы һәм өҫтөнә мисәт һалды. Мең йылдан һуң ул аҙ ғына ваҡытҡа азат ителергә тейеш.

4Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр. 5Үлгәндәрҙең ҡалғандары иһә мең йыл үтмәйенсә терелмәне. Был – беренсе терелеү булды. 6Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар, Алланың һәм Мәсихтең ҡаһиндары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.

Иблистең еңелеүе

7Мең йыл үткәс, Иблис үҙ төрмәһенән азат ителер 8 bһәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгөндәй күп булыр. 9Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән туплам менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем. Әммә күктән ут ҡабынып, уларҙы яндырып бөтөрҙө. 10Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.

Үлеләр өҫтөнән хөкөм

11 cУнан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы. 12Мин тәхет ҡаршыһында торған үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Тағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде. 13Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде. 14Шунан һуң үлем һәм үлеләр донъяһы утлы күлгә ырғытылды. Был – икенсе үлем: утлы күл. 15 dИсеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.

Copyright information for BakIBT2023