‏ Revelation of John 21

Яңы күк һәм яңы ер

1 aШунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, диңгеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине. 2 bМин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләштәй күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Йәрүсәлимде күрҙем. 3 cШул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине:

– Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «уларҙың Аллаһы буласаҡ» тигән мәғәнә лә бар.
.
4 eАлла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.

5Тәхеттә Ултырыусы былай тине:

– Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым.

Шунан миңә өндәште:

– Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.

6 fУл миңә тағы былай тине:

– Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тере һыу шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.
7Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ. 8Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.

Яңы Йәрүсәлим

9Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете туҫтаҡ тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә:

– Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм, – тине.

10Мине рух солғап алды, һәм фәрештә үҙемде ҙур һәм бейек тауға күсерҙе. Шунда миңә күктән, Алланан төшөүсе изге Йәрүсәлим ҡалаһын күрһәтте. 11Ҡала Алла шөһрәтенән балҡып тора ине. Уның балҡышы аҫылташ емелдәүенә, гәлсәрҙәй үтәнән-үтә күренмәле йәшмәгә оҡшағайны. 12 gДиуарҙары ҙур һәм бейек, ун ике ҡапҡаһы бар, ҡапҡалары янында ун ике фәрештә тора. Ҡапҡаларында Исраил халҡының ун ике ырыуының исемдәре яҙылған. 13Көнсығыштан өс ҡапҡа, төньяҡтан өс ҡапҡа, көньяҡтан өс ҡапҡа, көнбайыштан өс ҡапҡа бар. 14Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған.

15 hМиңә һөйләгән фәрештәнең ҡаланы, уның ҡапҡаларын, диуарын үлсәр өсөн алтын үлсәү таяғы бар ине. 16Ҡала тигеҙ яҡлы дүртмөйөш булып урынлашҡан, уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә тигеҙ. Фәрештә ҡаланы таяҡ менән үлсәне. Ул ун ике мең стадия
Ун ике мең стадия – ике мең өс йөҙ саҡрым самаһы.
булды. Уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә, бейеклеге лә бер тигеҙ ине.
17Фәрештә ҡала диуарын үлсәп сыҡты. Диуар фәрештә ҡулланған кеше үлсәме менән йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт аршын
Аршын – бында яҡынса 0,5 м.
булды.
18 kУның диуары йәшмәнән төҙөлгәйне, ә ҡала иһә таҙа, үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине. 19Ҡала диуарының нигеҙ ташы төрлө аҫылташтар менән биҙәлгәйне: беренсе нигеҙе – йәшмә, икенсеһе – зәңгәр яҡут, өсөнсөһө – халцедон, дүртенсеһе – зөбәржәт, 20бишенсеһе – сардоникс, алтынсыһы – сердолик, етенсеһе – хризолит, һигеҙенсеһе – берилл, туғыҙынсыһы – топаз, унынсыһы – хризопраз, ун беренсеһе – гиацинт, ун икенсеһе – аметист. 21Ун ике ҡапҡа – ун ике ынйы, ҡапҡаларҙың һәр береһе бер ынйынан. Үҙәк урам үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине.

22Ҡалала мин Алла йортон күрмәнем, сөнки был ҡаланың Алла йорто – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла Үҙе һәм Бәрәс. 23 lҠала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың шөһрәте уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс. 24 mХалыҡтар был ҡаланың яҡтыһында йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер. 25 nҠаланың ҡапҡалары көндөҙ бикләнмәҫ, ә төн унда булмаҫ. 26Был ҡалаға халыҡтарҙың зиннәтле хазинаһын, байлығын килтерерҙәр. 27 oҠалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек эшләүсе лә, ялғансы ла инмәҫ, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инер.

Copyright information for BakIBT2023