Revelation of John 22
Тере һыу йылғаһы
1 aШунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте. 2Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның ике ярында ла йылына ун ике тапҡыр, йәғни ай һайын үҙ емешен биреп торған тормош ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн. 3Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк. 4Улар Уның йөҙөн күрәсәктәр, һәм Уның исеме уларҙың маңлайҙарында буласаҡ. 5 bУнда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк. 6Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Алла, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.Раббы Ғайсаның килеүе
7«Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен үтәгәндәр бәхетле». 8Мин, Яхъя, быларҙы күрҙем һәм ишеттем. Ишеткәс һәм күргәс, баш эйер өсөн быларҙы күрһәткән фәрештәнең аяҡтарына йығылдым. 9Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә! Мин – һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотҡандарҙың хеҙмәттәшемен. Аллаға баш эй! 10 cШунан ул миңә былай тине: – Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын. 11 dЯманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр – хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен. 12 e«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен. 13 fМин – Альфа һәм Омега, Тәүге һәм Һуңғы, Башы һәм Аҙағы. 14Үҙенең кейемен йыуғандар ▼▼ Үҙенең кейемен йыуғандар – ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Уның бойороҡтарын үтәүселәр» тип бирелгән.
бәхетле. Уларҙың тормош ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр. 15Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ. 16 hМин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон». 17 iРух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тере һыуҙы бушлай алһын. 18Был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәрен ишетеүсегә шаһитлыҡ ҡылам: әгәр уларға берәйһе берәй нәмә өҫтәһә, Алла ул кешегә был китапта яҙылған бәлә-ҡазаларҙы өҫтәр. 19Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабы һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тормош ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр. 20Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ Биреүсе былай ти: «Эйе, тиҙҙән киләм». Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!21Раббы Ғайсаның мәрхәмәте барыһы менән булһын ▼
▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Амин» тигән һүҙ ҙә бар.
.
Copyright information for
BakIBT2023