Revelation of John 5
Төргәк китап менән Бәрәс
1 aУнан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эсе лә, тышы ла яҙыулы, ете мисәт һуғылған төргәк китап күрҙем. 2Шулай уҡ: – Мисәттәрен алып, төргәк китапты асырға кем лайыҡлы? – тип яңғырауыҡлы тауыш менән ҡысҡырған ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. 3Әммә күктә лә, ерҙә лә, ер аҫтында ла был төргәк китапты бер кем дә аса һәм эсен ҡарай алманы. 4Уны асырға һәм эсен ҡарарға лайыҡлы кеше табылмағанға мин бик ныҡ иланым. 5 b cШунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр. 6Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтә ергә ебәрелгән ете рухы. 7Бәрәс, килеп, тәхеттә ултырыусының уң ҡулындағы төргәк китапты алды. 8Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине. 9Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға,уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың.
Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың,
Үҙеңдең ҡаның менән
һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән,
төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән
кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.
10 dУларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн,
батшалыҡ һәм ҡаһиндар иттең,
улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк.
11 eМин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңдәрсә меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине. 12Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ,
тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан,
һәм дә маҡтау алырға лайыҡ.
13Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы күрҙем һәм унда булған бөтә нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем. 14Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.
Copyright information for
BakIBT2023