Revelation of John 6
Бәрәстең алты мисәтте ҡуптарып алыуы
1Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарғанын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем. 2 aҠараным да аҡ ат күрҙем. Атҡа ҡулына йәйә тотҡан һыбайлы атланғайны, уға таж бирелде. Һыбайлы еңеүсе булараҡ, еңеү өсөн сыҡты. 3Бәрәс икенсе мисәтте ҡуптарып алғас, икенсе йән эйәһенең: – Кил! – тип әйткәнен ишеттем. 4 bХәҙер инде бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, кешеләр бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо. 5Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө йән эйәһенең: – Кил! – тип әйткәнен ишеттем. Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны. 6 cДүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым: – Бер үлсәм бойҙай өсөн – бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә – бер көнлөк эш хаҡы ▼▼ Был пәйғәмбәрлек буйынса бер көнлөк эш хаҡына (бер динарға) бер үлсәм (грекса «хойникс») бойҙай тура килә. Бер үлсәм 1 литрға тура килгән.
. Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә. 7Бәрәс дүртенсе мисәтте ҡуптарып алғас, дүртенсе йән эйәһенең: – Кил! – тигән тауышын ишеттем. 8Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде. 9Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан усағы аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем. 10Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр. 11Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды. 12Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алғанын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы. 13Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды. 14 eКүк йөҙө төргәк китап кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтә тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды. 15Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде. 16Улар тауҙарға һәм ҡаяларға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ! 17 fУларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын?
Copyright information for
BakIBT2023