Revelation of John 7
Мисәт һуғылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше
1 aШунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине. 2Мин тағы көнсығыштан күтәрелгән һәм ҡулында тере Алла мисәте тотҡан икенсе фәрештәне лә күрҙем. Ул ергә һәм диңгеҙгә зыян килтерергә вәкәләт бирелгән дүрт фәрештәгә көслө тауыш менән былай тине: 3 b– Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ. 4Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтә Исраил ырыуҙары араһынан ине: 5Йәһүҙә нәҫеленән мисәт һуғылған ун ике мең кеше;Рәүвән нәҫеленән ун ике мең;
Ғад нәҫеленән ун ике мең;
6Ашер нәҫеленән ун ике мең;
Нафтали нәҫеленән ун ике мең;
Менашше нәҫеленән ун ике мең;
7Шимғон нәҫеленән ун ике мең;
Леви нәҫеленән ун ике мең;
Исасхар нәҫеленән ун ике мең;
8Зевулун нәҫеленән ун ике мең;
Йософ нәҫеленән ун ике мең;
Бинйәмин нәҫеленән ун ике мең кеше.
Аҡ кейемле халыҡ төркөмө
9Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине. 10Улар көслө тауыш менән: – Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә! – тип әйтә ине. 11Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтә фәрештәләр, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар. 12Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан,тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт,
ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.
13Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән: – Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны. 14 c dМин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар. 15Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора,
көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә.
Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә
Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуйыр.
16 eУлар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та,
бүтән үҙҙәрен ҡояш та, селлә лә көйҙөрмәҫ.
17 f gТәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр,
тере һыулы шишмәләргә алып барыр,
Алла уларҙың күҙендәге
һәр тамсы йәште һөртөр.
Copyright information for
BakIBT2023