Revelation of John 8
Етенсе мисәтте ҡуптарыу
1Бәрәс етенсе мисәтте ҡуптарып алғас, күктә сама менән ярты сәғәткә тынлыҡ урынлашты. 2Мин Алла алдында баҫып торған ете фәрештәне күрҙем: уларға ете борғо бирелде. 3Тағы бер фәрештә, ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы ҡаршыһына килеп баҫты. Унда Алланың бөтә изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды. 4Аллаға изгеләрҙең доғалары менән бергә фәрештә һалған сайыр төтөнө күтәрелде. 5 aФәрештә төтәҫләгесте алды ла, уға ҡорбан усағынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.Алты борғо
6Ете борғоһо булған ете фәрештә борғо ҡысҡыртырға әҙерләнде. 7 bБеренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең – өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө. 8Икенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ялҡынланып торған ҙур тауға оҡшаған нәмә диңгеҙгә ырғытылды. Диңгеҙҙең өстән бер өлөшө ҡанға әүерелде һәм 9диңгеҙҙә йәшәүсе йән эйәләренең өстән бер өлөшө һәләк булды, шулай уҡ караптарҙың да өстән бер өлөшө ҡырылды. 10 cӨсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө. 11Ул йондоҙҙоң исеме – Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде. Һыу әсе булғанлыҡтан, күптәр үлде. 12 dДүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды. 13Шунан мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем. Ул көслө тауыш менән: – Ҡалған өс фәрештә тиҙҙән ҡысҡыртасаҡ борғо тауышынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы! – тип ҡысҡырҙы.
Copyright information for
BakIBT2023