‏ Ruth 4

Боғаздың Рутҡа өйләнеүе

1Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға:

– Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште.

Тегеһе ултырҙы.

2Боғаз ҡаланың аҡһаҡалдарынан ун кеше саҡырып килтерҙе лә уларға:

– Ошонда ултырығыҙ, – тине.

Улар ҙа ултырышты.

3Шунан Боғаз, туғанына ҡарап, һүҙ башланы:

– Моав иленән ҡайтҡан Ноғоми ҡәрҙәшебеҙ Әлимәләхтең ер бүлемен һата.
4Һиңә шуны хәбәр итергә булдым. Ошонда йыйылған кешеләр, ил аҡһаҡалдары алдында һин ошо баҫыуҙы һатып алырға ризаһыңмы? Алыр булһаң – ал, алмаҫ булһаң – әйт, мин беләйем. Туғанлыҡ хоҡуғы иң тәүҙә һиндә бит, мин – һинән һуң, – тине.

– Һатып алам, – тип яуапланы теге кеше.

5– Ноғомиҙың баҫыуын алған осраҡта, һин уның киленен, Моавтан килгән тол ҡатын Рутты ла алырға тейеш булаһың, сөнки биләмә уның мәрхүм иренең ғаиләһендә ҡалырға тейеш, – тине Боғаз.

6Боғаздың туғаны иһә былай тип яуап ҡайтарҙы:

– Ул баҫыу өсөн йолом түләп, үҙ мөлкәтемә зыян килтерер хәлем юҡ. Шулай булғас, һатып алыу хоҡуғы һиңә күсһен, мин йолом түләй алмайым, – тине.

7Элек Исраил ерендә йолом түләү, алмашыу һымаҡ эштәрҙә килешеүҙең тамамланғанын белдерер өсөн, ике яҡтың береһе аяҡ кейемен сисеп икенсеһенә биргән, һәм исраилдар килешеүҙе шулай раҫлаған.

8Шунда теге туған кеше Боғазға:

– Һин үҙең һатып ал, – тине лә аяҡ кейемен сисеп бирҙе.

9Боғаз аҡһаҡалдарға һәм йыйылған халыҡҡа:

– Һеҙ хәҙер барығыҙ ҙа Әлимәләхтең һәм Килйон менән Махлондың өлөшөн Ноғомиҙан һатып алыуыма шаһитһығыҙ.
10Шулай уҡ мин Махлондың тол ҡатынын, Моав ҡыҙы Рутты ла, үҙемә ҡатынлыҡҡа алам, сөнки мәрхүмдең вариҫтары уның биләмәһен мираҫ итеп алырға, туғандарының нәҫеле менән бергә уның да нәҫеле дауам итергә, уның да исеме тыуған ерендә ошо ҡапҡа төбөндә яңғырарға тейеш. Бөгөн һеҙ быға шаһитһығыҙ! – тине.

11Ҡапҡа янында торған кешеләр һәм аҡһаҡалдар быны раҫланы:

– Беҙ шаһитбыҙ! Раббы һинең өйөңә ингән ҡатынды Исраил йортон ҡорған Рәхилә менән Лиә һымаҡ итһен! Әфраҫала ҡеүәтле бул, Бейт-Ләхәмдә исемең дан ҡаҙанһын!
12Раббы һинең йортоңдо ошо йәш ҡатындан бирәсәк тоҡом аша Тамар Йәһүҙәгә табып биргән Пәрәстең йорто һымаҡ итһен! – тип теләк теләнеләр.

Дауыттың нәҫеле

13Шулай итеп, Боғаз Рутҡа өйләнде. Улар ҡушылғандан һуң, Раббының рәхмәте менән Рут ауырға ҡалды һәм малай тапты.

14Ҡатындар Ноғомиға:

– Һине нәҫелдән яҙҙырмаған Раббы мөбәрәк булһын! Был баланың исеме Исраилда дан ҡаҙанһын! – тинеләр. –
15Ул тормошоңдо яңыртыр, ҡартлығыңда үҙеңә терәк булыр! Уны бит һиңә ете улдан да артыҡ булған, һине яратҡан киленең табып бирҙе!

16Ноғоми сабыйҙы алып күкрәгенә ҡыҫты һәм ҡулынан төшөрмәй ҡараны.

17Күрше ҡатындар балаға исем ҡушып:

– Ноғомиҙың улы тыуҙы, – тинеләр. Уны Ғовед тип атанылар. Ғовед – Ишайҙың, Ишай – Дауыттың атаһы.

Дауыт батшаның шәжәрәһе

18Бына Пәрәс нәҫеленең шәжәрәһе: Пәрәстән – Хесрон, 19Хесрондан – Рам, Рамдан – Ғамминадав, 20Ғамминадавтан – Нахшон, Нахшондан – Салма, 21Салманан – Боғаз, Боғаздан – Ғовед, 22Ғоведтан Ишай тыуҙы, ә Ишайҙың улы иһә – Дауыт.

Copyright information for BakIBT2023