Song of Solomon 1
1Сөләймәндең иң гүзәл йыры.Ҡыҙ Үпһен мине, үпһен ирендәрең!Һөйөүең һинең шараптан татлы.
2Хушбуйың һулап туйғыһыҙ,
Исемең – гүйә түгелеп киткән еҫле май,
Шуға ла ҡыҙҙар ярата һине.
3Үҙ артыңдан әйҙә мине – йүгерәйек!
Батшам мине бүлмәһенә алып килде!
Ҡыҙҙың әхирәттәре Эй батшабыҙ, ҡыуанырбыҙ,
Һинең менән һоҡланырбыҙ,
Һөйөүеңде шараптан былай маҡтарбыҙ –
Ысынлап та яратыуға лайыҡһың һин!
Ҡыҙ 4Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!
Ҡара булһам да, Ҡыдар сатырҙарылай,
Сөләймәндең шаршауҙарылай матур мин.
5Ҡарасманлығыма ҡарамағыҙ,
Ҡояш мине шулай ҡарайтты.
Ағайҙарым миңә асыуланып,
Йөҙөм баҡсаларын ҡарауыллар өсөн ҡуйҙы,
Ә үҙемдең баҡсамды һаҡлай алманым.
6Йән һөйгәнем, әйтсе миңә:
Малдарыңды ҡайҙа утлатаһың?
Төш мәлендә ҡайҙа ятҡыраһың?
Ниңә мин дуҫтарыңдың малы янында
Бөркәнсек ябынған ҡатындай йөрөргә тейеш?
Егет 7Ҡайҙалығымды белмәһәң,
Эй гүзәлдәрҙең гүзәле,
Һарыҡтарҙың эҙенән бар.
Көтөүселәрҙең сатырҙары янында
Үҙеңдең кәзә бәрәстәреңде утлат.
8Фирғәүен арбаһына егелгән аттар араһындағы байталға
Оҡшатам һине, һөйөклөм!
9Бит алмаңды һырғаларың биҙәп тора,
Мунсаҡ тағылған муйының ниндәй гүзәл!
10Һиңә көмөш тамсылар менән
Алтын биҙәүестәр яһатырбыҙ.
Ҡыҙ 11Батшам табын янында ҡырын ятҡанда
Хушбуйымдың еҫтәре таралды.
12Түштәремдең араһында ятҡан
Мирра һалынған янсыҡ һымаҡ һөйгәнем.
13Ғейн-Гедиҙең йөҙөм баҡсаларындағы
Бер шәлкем ҡына гөлөлөр йәрем.
Егет 14Ниндәй гүзәлһең, һөйөклөм,
Ниндәй гүзәлһең һин!
Күгәрсендәй һинең күҙҙәрең!
Ҡыҙ 15Эй һөйөклөм, ниндәй сибәрһең һин, һөйкөмлөһөң!
Йәшел үлән беҙҙең түшәгебеҙ.
16Өйөбөҙҙөң түшәме – кедрҙар,
Диуарҙары иһә – кипаристар.
Copyright information for
BakIBT2023