Song of Solomon 2
Ҡыҙ
1Мин – Шарондың нәркәс гөлө,Үҙәндәрҙең лилиә сәскәһе.
Егет 2Сәнскәк араһында үҫкән лилиәләй
Минең йәрем ҡыҙҙар араһында.
Ҡыҙ 3Урман ағастары араһындағы алмағас һымаҡ
Минең һөйгәнем егеттәр араһында.
Уның күләгәһендә ултырып зауыҡланам,
Емешенең таты ауыҙымдан китмәй.
4Мәжлес йортона ул мине алып инде,
Баш осомда һөйөү әләмен күтәрҙе.
5Йөҙөм ҡаптырып хәл индерегеҙ,
Алмалар менән ҡеүәт өҫтәгеҙ:
Һөйөү ялҡынында янам!
6Йәремдең һул беләге башым аҫтында,
Уңы менән ҡыҫып ҡосаҡлаған.
7Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына
Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!
Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ,
Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.
8Был һөйгәнемдең тауышы!
Тау армыттарын артылып,
Түбәләрҙән елеп ашығып килә!
9Йәш боланға, ғәзәлгә оҡшаған йәрем.
Ҡара, диуар эргәһендә тора,
Беҙҙең тәҙрәбеҙгә ҡарай,
Рәшәткә аша күҙ һала.
10Миңә өндәшә һөйгәнем:
«Тор, йәрем, әйҙә, гүзәлем, минең менән!
11Ҡара, ҡыш та уҙып китте,
Ямғырҙар ҙа үтте, туҡтаны,
12Тирә-йүндә сәскәләр күренде,
Шатлыҡлы йырҙар миҙгеле килде,
Күгәрсендәр гөрләй илебеҙҙә.
13Инжир емеше һутҡа тулышҡан,
Гөлгә күмелгән йөҙөм ҡыуағы
Тирә-яҡҡа хуш еҫен аңҡыта.
Тор, йәрем, әйҙә, гүзәлем, минең менән!»
Егет 14Ҡаялар араһында, тарлауыҡтарҙа
Йәшенгән күгәрсенем һин!
Нурлы йөҙөңдө күрәйем,
Моңло тауышыңды ишетәйем,
Тауышың яғымлы, йөҙөң наҙлы.
15Төлкөләрҙе тотоғоҙ, бәләкәй төлкөләрҙе!
Улар йөҙөм баҡсаһын ҡорота –
Әле баҡсаларыбыҙ шау сәскә.
Ҡыҙ 16Һөйгәнем – минеке, мин – уныҡы,
Көтөүҙәрен лилиәләр араһында утлата.
17Эй һөйгәнем, көндөң еләҫендә,
Эңер төшкәнгә тиклем кире ҡайт.
Тауҙарҙа, тарлауыҡтарҙа елгән ғәзәл,
Етеҙ йәш болан һымаҡ бул!
Copyright information for
BakIBT2023