Song of Solomon 3
Ҡыҙ
1Төнө буйы түшәгемдәЙән һөйгәнемде эҙләнем.
Эҙләнем, тик таба алманым.
2«Торайым, ҡаланы әйләнәйем,
Урамдарҙан, майҙандарҙан йөрөп
Йән һөйгәнемде эҙләйем», – тинем.
Эҙләнем, тик таба алманым.
3Ҡала буйлап йөрөгән һаҡсыларҙы осраттым,
Һораным: «Күрмәнегеҙме һөйгәнемде?»
4Улар янынан китеүем булды,
Йән һөйгәнемде мин таптым.
Ҡосаҡлап алдым да ебәрмәнем;
Уны әсәйем өйөнә,
Мине тапҡан әсәм бүлмәһенә алып ҡайттым.
5Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына
Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!
Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ,
Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.
Ҡыҙҙың әхирәттәре 6Ни был сүлдән күтәрелгән
Төтөн бағанаһы һымаҡ килгән,
Сауҙагәрҙең төрлө хушбуйҙары,
Мирра-ладан еҫен таратҡан?
7Был – Сөләймәндең тәхет-түшәге!
Алтмыш баһадир уратҡан уны,
Исраилдың батыр егеттәре.
8Барыһы ла ҡылыс таҡҡан,
Оҫта һуғышсылар.
Төнгө дәһшәттән һаҡланыу өсөн
Һәммәһенең ҡылысы билендә.
9Сөләймән батша тәхет-түшәген
Ливан ағастарынан яһатҡан.
10Терәүҙәре – көмөш, һөйәнгесе – алтын.
Ултырғысы ҡуйы ҡыҙыл туҡыманан.
Йәрүсәлимдең ҡыҙҙары уның эсен
Мөхәббәт менән биҙәгән.
11Сион ҡыҙҙары, сығығыҙ,
Туй көнөндә, йөрәге шатлыҡҡа тулған көндә,
Әсәһе биргән таж кейгән Сөләймәнгә ҡарағыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023