Song of Solomon 4
Егет
1Һин гүзәлһең, эй йәрем, шундай гүзәлһең!Япмаң аша ҡараған күҙҙәрең – күк күгәрсен.
Сәсең гүйә Ғилғәд тауын ябып,
Аҫҡа ағылған кәзә көтөүе һымаҡ.
2Тештәрең яңы йөнө ҡырҡылған,
Һыуҙа йыуынып сыҡҡан һарыҡ һымаҡ аҡ,
Һәр ҡайһыһының игеҙәге бар.
Араһында береһе лә юғалмаған.
3Ал ҡыҙыл таҫмалай ирендәрең,
Ауыҙың да гүзәл һинең!
Япмаң аҫтындағы яңаҡтарың
Уртаға бүленгән анар алмаһындай.
4Муйының зауыҡ менән ҡоролған
Дауыт манараһы һымаҡ.
Уны гүйә мең ҡалҡан биҙәгән,
Барыһы ла ҡаһармандарҙың ҡалҡаны.
5Түштәрең ике болан балаһы һымаҡ,
Гүйә ғәзәлдең игеҙ быҙауы
Лилиәләр араһында утлай.
6Көндөң еләҫендә,
Күләгәләр оҙонайған саҡта,
Еҫле үләндәр тауына,
Хуш еҫ аңҡытҡан түбәгә менәйемсе.
7Ниндәй гүзәлһең һин, йәрем,
Бер ниндәй кәмселегең юҡ!
8Минең менән Ливандан кил, эй кәләшем!
Кил минең менән Ливандан!
Амана башынан төш,
Сенир менән Хермон түбәһенән,
Арыҫландарҙың өңөнән,
Ҡапландар йәшәгән тауҙарҙан төш.
9Эй һылыуым, кәләшем минең,
Йөрәгемде әсир иттең.
Күҙҙәреңдең бер ҡарашы менән,
Муйыныңдағы бер мәрйен менән
Минең йәнемде арбаның!
10Һөйөүең шундай ләззәтле,
Һылыуым, кәләшем минең,
Һинең һөйөүең шараптан татлы;
Еҫле майҙарыңдың еҫе
Барлыҡ хушбуйҙарҙан тәмлерәк!
11Ирендәрең солоҡ балдай татлы,
Наҙлы һүҙең – бал да май, кәләшем минең.
Кейемеңдән аңҡый Ливандың хуш еҫе!
12Һылыуым минең, кәләшем,
Гүйә һин бикле баҡсаһың,
Диуар менән уратылған инеш,
Ҡапҡасы ябылған ҡоҙоҡ.
13Һайланма емештәр биргән
Анар баҡсаһына оҡшайһың.
Был баҡсала сөмбөлдәр, ҡына гөлдәр,
14Эйе, был баҡсала – нард, зәғферәндәр,
Хуш еҫле ҡамыш һәм дәрсен,
Барса ладан ағастары,
Мирра һәм йөҙйәшәр –
Иң затлы хуш еҫле үҫемлектәр.
15Һөйгәнем, һин – баҡсалағы шишмә,
Тере һыу инеше,
Ливан тауынан аҡҡан ағын һыу.
Ҡыҙ 16Эй төньяҡ еле, уян,
Һин дә иҫ, эй көньяҡ еле!
Баҡсама иҫ – хуш еҫе таралһын.
Баҡсаһына килһен һөйгәнем,
Иң татлы емештәремдән ауыҙ итһен!
Copyright information for
BakIBT2023