Song of Solomon 5
Егет
1Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең.Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым,
Кәрәҙемдән балымды ашаным,
Һөтөм менән шарабымды эстем.
Ҡыҙҙың әхирәттәре Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар!
Эй ғашиҡтар,
Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!
Ҡыҙ 2Үҙем йоҡлаһам да йөрәк уяу…
Ана, минең йән һөйгәнем шаҡый:
«Ас миңә, һылыуым, һөйгән йәрем,
Күгәрсенем минең, гүзәлем!
Башым сыланды төнгө ысыҡҡа,
Тамсыларҙан сәсем дымланды».
3Мин инде күлдәгемде сискәнмен,
Уны нисек яңынан кейәйем?
Аяҡтарымды йыуғанмын,
Нисек уларҙы ҡабаттан бысратайым?
4Һөйгәнем ҡулын ишек ярығынан һонғайны –
Эс-бауырым ҡалтыранып китте.
5Һөйгәнемә асырға тип торҙом.
Ҡулдарымдан мирра тамды,
Бармаҡтарымдан еҫле май
Ишек тотҡаһына ағып төштө.
6Һөйгәнемә ишек астым,
Ә ул инде китеп барған!
Ул киткәнгә йөрәгем өҙөлөп төштө…
Эҙләнем мин, әммә таба алманым,
Саҡырҙым, тик яуап ҡайтарманы.
7Ҡала буйлап йөрөгән һаҡсыларҙы осраттым,
Улар мине туҡманы, яраланылар.
Ҡала диуарының һаҡсылары
Япмамды тартып алдылар.
8Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!
Тапһағыҙ һөйгәнемде, әйтегеҙ уға:
Мин һөйөү утында янам!
Ҡыҙҙың әхирәттәре 9Эй сибәрҙәрҙең сибәре, әйтсе,
Башҡаларҙан нимәһе менән артыҡ һөйгәнең?
Уның нимәһе башҡаларҙан артыҡ булғанға,
Шул тиклем һин беҙгә ялбараһың?
Ҡыҙ 10Һөйгәнем нурлы, биттәре алһыу ғына,
Ун меңдәр араһында берҙән-бер.
11Башы уның, әйтерһең, саф алтын,
Бөҙрә сәсе ҡарға һымаҡ ҡара.
12Күҙҙәре гүйә ағын һыу буйындағы күгәрсендәр,
Быуа янында ултырған,
Һөттә ҡойонған күгәрсен.
13Яңаҡтары – хуш еҫле сәскә түтәле,
Ирендәре – мирра тамып торған лилиә таждары,
14Беләктәре – аҫылташтар теҙелгән алтындай.
Тәне зәңгәр яҡуттар менән биҙәлгән
Фил һөйәге һымаҡ ҡатҡыл, шыма.
15Аяҡтары алтын таяуға ҡуйылған
Мәрмәр бағаналар һымаҡ көслө.
Һыны Ливан тауҙарылай ғорур,
Кедр ағастарылай мөһабәт.
16Ирендәре татлы,
Үҙе иһә һәр йәһәттән килгән.
Бына шундай ул минең һөйгәнем,
Бына ниндәй минең дуҫым,
Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!
Copyright information for
BakIBT2023