Song of Solomon 6
Ҡыҙҙың әхирәттәре
1Һөйгәнең ҡайҙарға китте,Эй гүзәлдәрҙең гүзәле?
Ҡайһы тарафҡа юл алды, әйтсе?
Һинең менән бергәләп эҙләрбеҙ.
Ҡыҙ 2Һөйгәнем үҙенең баҡсаһына төштө,
Еҫле гөл түтәлдәре янына.
Ул шунда баҡсалар араһында йөрөр,
Көтөүен лилиәләр араһында утлатыр.
3Мин – һөйгәнемдеке, һөйгәнем – минеке.
Ул көтөүҙәрен лилиәләр араһында утлата.
Егет 4Тирса ҡалаһылай гүзәлһең һин, йәрем.
Йәрүсәлим кеүек һөйкөмлөһөң,
Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтлеһең.
5Күҙҙәреңде ситкә алсы минән,
Улар минең баҙнатымды ала!
Сәсең гүйә Ғилғәд тауын ябып,
Аҫҡа ағылған кәзә көтөүе һымаҡ.
6Тештәрең һыуҙа йыуынып сыҡҡан һарыҡтай аҡ,
Һәр ҡайһыһының игеҙәге бар,
Араһында береһе лә юғалмаған.
7Уртаға бүленгән анар алмаһылай,
Япмаң аҫтындағы яңаҡтарың.
8Ана, алтмыш батшабикә, һикһән йәриә,
Йәш ҡыҙҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ!
9Әммә минең күгәрсенем, гүзәлем берҙән-бер!
Әсәһенең яңғыҙ ҡыҙы,
Тапҡан әсәһенең ғәзизе.
Ҡыҙҙар уны күреп, бәхетле, ти,
Батшабикә, йәриәләр маҡтай.
Ҡыҙҙың әхирәттәре 10Кем ул таңғы шәфәҡ кеүек сихри,
Айҙай гүзәл, ҡояш кеүек балҡыу,
Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтле?
Ҡыҙ 11Үҙәндәге йәшеллекте күрергә тип,
Мин сәтләүек туғайына төштөм.
Йөҙөм ҡыуағы япраҡҡа тумалғанмы,
Анар ағасы сәскә атҡанмы?
12Үҙем дә аңламай ҡалдым,
Арманым затлы халҡымдың
Арбаһына мине мендерҙе.
Copyright information for
BakIBT2023