‏ Song of Solomon 7

Ҡыҙҙың әхирәттәре

1Борол, боролоп ҡайт, Шулам ҡыҙы,
Борол, һине тағы бер күрәйек.
Ҡыҙ Шулам ҡыҙына ни өсөн ҡарайһығыҙ?
Әйтерһең дә Маханаимды бейейем?
Егет 2Ҡата кейгән аяҡтарың ниндәй матур,
Аҫыл зат ҡыҙ!
Янбаштарың йомро, әйтерһең дә,
Оҫта ҡулдар юнған аҫылташтар.
3Хуш еҫле шарапҡа мөлдөрәмә тулы
Йомро бер туҫтаҡ – кендегең.
Эсең – лилиәләр менән уратылған
Бойҙай көлтәһеләй матур.
4Түштәрең ике болан балаһы һымаҡ,
Гүйә ғәзәлдең игеҙ быҙауы.
5Муйының гүйә фил һөйәгенән юнылған бағана.
Күҙҙәрең Бат-Раббим ҡапҡаһы янындағы
Хешбон быуаларына оҡшап мөлдөрәмә.
Танауың Дамаскка ҡараған
Ливан манараһы кеүек текә.
6Башың ғорур – гүйә Кармәл тауы.
Тулҡын сәсең – балҡып торған ҡарағусҡыл ҡыҙыл,
Бөҙрәләрең тотҡонға алды батшаны.
7Ниндәй сибәрһең һөйгәнем минең!
Ниндәй ләззәт миңә һине һөйөү.
8Буйың хөрмә ағасылай зифа,
Түштәрең уның емеше кеүек тулы.
9Уйланым мин: «Үрмәләйем хөрмә ағасына,
Емешле ботаҡтарыңа тотонайым».
Күкрәктәрең – йөҙөм тәлгәшеләй,
Һулышыңдан алманың хуш еҫен тояйым.
10Ирендәрең затлы шарап һымаҡ татлы.
Ҡыҙ Был шарап һөйгәнемә ағылһын,
Ирендәрем һәм тештәрем араһынан тамылйыһын.
11Мин – һөйгәнемдеке,
Ул бары тик мине теләй.
12Әйҙә, һөйгәнем, ҡырға сығайыҡ,
Ҡына гөлдәре араһында ҡунайыҡ.
13Иртүк тороп йөҙөм баҡсаларына барырбыҙ,
Ҡарарбыҙ: улар япраҡ ярғанмы,
Сәскәләре тумалғанмы,
Анарҙары сәскәләргә күмелгәнме?
Шунда мин һиңә һөйөүемде бүләк итермен.
14Һөйҙөргөс алмаһы хуш еҫен аңҡыта,
Ишек төбөбөҙгә һәр төрлө емештәр баулап,
Һинең өсөн һаҡлап ҡуйҙым, һөйгәнем.
Copyright information for BakIBT2023