Song of Solomon 8
Ҡыҙ
1Бер туған ағайым булһаң икән,Әсәйемдең һөтөн имеп үҫкән!
Урамда осратһам, һине үбеп алыр инем,
Бының өсөн һис кем ғәйеп итә алмаҫ ине.
2Мин һине әсәйемдең өйөнә
Етәкләр ҙә алып ҡайтыр инем.
Һин мине яратырға өйрәтер инең,
Мин һине хуш еҫле шарап менән,
Анарым шәрбәте менән һыйлар инем.
3Йәремдең һул беләге башым аҫтында,
Уңы менән ҡыҫып ҡосаҡлаған.
4Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!
Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ,
Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.
Ҡыҙҙың әхирәттәре 5Йән һөйгәненә һыйынып,
Кем ул сүл яғынан килгән?
Ҡыҙ Мин алмағас аҫтында һине уяттым,
Әсәң шунда һиңә йөккә уҙған,
Шунда һине донъяға килтергән.
6Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә,
Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла.
Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле,
Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ.
Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!
7Һөйөүҙе ташҡындар һүндерә алмай,
Йылғалар уны йыуып китә алмай.
Әгәр берәү һөйөү өсөн
Өйөндәге бөтә байлығын бирһә лә,
Тик оятҡа ғына ҡалыр ине.
Ҡыҙҙың ағалары 8Һеңлебеҙ бәләкәс әле,
Хатта күкрәктәре лә бүртмәгән.
Һоратырға тип килһәләр,
Уның өсөн ни эшләрбеҙ?
9Әгәр ул бер диуар булһа,
Өҫтөнә көмөш манара ҡорор инек.
Әгәр ҙә ул ишек булһа,
Кедр таҡта менән көпләр инек.
Ҡыҙ 10Мин диуарҙай инем,
Инде күкрәктәрем манаралай.
Бына һөйгәнемдең күҙ алдында
Ҡала кеүек хәүефһеҙлек тәҡдим итеп баҫтым.
11Сөләймәндең Бәғел-Һамонда
Йөҙөм баҡсаһы бар ине.
Уны йөҙөм үҫтереүселәргә бирҙе.
Уларҙың һәр береһе йөҙөм өсөн
Мең көмөш түләргә тейеш булды.
12Минең йөҙөм баҡсам бары үҙемдеке.
Эй Сөләймән, мең көмөшө – һиңә,
Ике йөҙө – йөҙөм үҫтереүселәргә.
Егет 13Эй һин, баҡсаларҙа йәшәгән ҡыҙ!
Дуҫтарым һине тыңлай –
Ҡайҙа мин дә тауышыңды ишетәйем!
Ҡыҙ 14Ашыҡ, һөйгәнем минең,
Еҫле үләндәр ҡаплаған тауҙар буйлап
Ғәзәл һымаҡ, йәш болан һымаҡ ел!
Copyright information for
BakIBT2023