1 Chronicles 11:1-9
Исраил батшаһы Дауыт
(2 Бат 5:1-3, 6-10)
1Бөтә исраилдар, Хевронға Дауыт янына йыйылып, уға былай ти: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән. 2Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине. 3Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килә. Хевронда Раббы хозурында Дауыт улар менән килешеү төҙөй. Аҡһаҡалдар, Раббының Шемуил аша еткерелгән һүҙе буйынса, Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләй. 4Бына бер ваҡыт Дауыт барлыҡ исраилдар менән Йәрүсәлимгә, йәғни Йевусҡа китә. Ә ул төбәктә йевусиҙәр йәшәгән була. 5Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында, – тиҙәр. Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып ала, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы. 6Дауыт былай ти: – Кем дә кем йевусиҙәргә беренсе булып һөжүм итә, шул ғәскәр башлығы була. Иң алдан һөжүмгә Серуяһ улы Йоав күтәрелә һәм башлыҡ булып ҡала. 7Дауыт нығытмаға инеп урынлаша, шуға күрә уны Дауыт ҡалаһы тип атайҙар. 8Дауыт, Миллонан башлап ҡәлғә тирәләй төҙөлгән диуарға тиклем, бөтә ҡаланы төҙөкләндереп сыға. Ҡаланың ҡалған өлөшөн Йоав аяҡҡа баҫтыра. 9Дауыттың ҡеүәте арта бара, абруйы күтәрелә, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән була.
Copyright information for
BakIBT2023