1 Chronicles 21:1-27
Дауыттың халыҡ иҫәбен алырға бойороуы
(2 Бат 24:1-9)
1Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта. 2Дауыт Йоавҡа һәм халыҡтың түрәләренә: – Барығыҙ, Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойора. 3Әммә Йоав батшаға: – Раббы Үҙенең халҡын әлегенән йөҙ тапҡырға арттырһын! Эй хакимым батшам, улар бөтәһе лә хакимымдың ҡолдары түгелме ни? Ниңә кәрәк был минең хакимыма? Исраилды ниңә ғәйепле итергә? – тип яуаплай. 4Ләкин батша һүҙе Йоавтың һүҙенән өҫтөн булып ҡала. Йоав бөтә Исраилды йөрөп сыға, шунан Йәрүсәлимгә ҡайта. 5Ул Дауытҡа халыҡтың иҫәбен еткерә: Исраилда ҡулына ҡылыс тоторлоҡ бер миллион йөҙ мең ир-егет, Йәһүҙәлә дүрт йөҙ етмеш мең ир-егет булғаны асыҡлана. 6Йоав левиҙәр менән бинйәминдәрҙе иҫәпкә алмай, сөнки батшаның был бойороғо уның күңеленә ятмаған була. 7Алла ла был эште хуш күрмәй, шунлыҡтан Ул исраилдарға ҡаза ебәрә.Раббының Исраилды язалауы
(2 Бат 24:10-25)
8Дауыт Аллаға былай ти: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен. 9Дауыттың әүлиәһе Ғадҡа Раббы һүҙе була: 10– Бар ҙа Дауытҡа еткер: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һиңә өс төрлө яза тәҡдим итәм. Шуларҙың береһен һайлап ал да, Мин һиңә шуны ебәрермен“». 11Ғад Дауытҡа килеп: – Раббы былай ти: «Һайла – 12бөтөн Исраил ерендә өс йыл аслыҡ булһынмы, йә өс ай һине туҡтауһыҙ дошмандарың эҙәрлекләп, уларҙың ҡылысы һиңә килеп етһенме, йә өс көнгә Раббы ҡылысы ябырылып, илдә үләт таралһын һәм Раббы фәрештәһе халҡыңды ҡырһынмы?» Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерә. 13Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтара: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ. 14Шунан Раббы исраилдарға үләт ебәрә һәм етмеш мең кеше ҡырыла. 15Алла, Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн, Үҙенең фәрештәһен ебәрә. Әммә фәрештә ҡаланы ҡыра башлағас, Раббы кире уйлай, яза бирмәҫкә була. Халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – ти. Был ваҡытта Раббы фәрештәһе йевуси халҡынан булған Орнан тигән кешенең ырҙыны янында торған була. 16Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана. 17Ә Дауыт Аллаға былай ти: – Халыҡты һанарға ҡушҡан мин түгелме ни? Мин гонаһ ҡылдым, мин енәйәт эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Раббым, Аллам минең, ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә. Үҙ халҡыңды һәләк итмәһәңсе. 18Шунан Раббы фәрештәһе Ғад аша Дауытҡа йевуси Орнандың ырҙынына барып, Раббыға ҡорбан усағы эшләргә бойора. 19Дауыт Ғадтың Раббы исеменән әйткән һүҙен үтәргә китә. 20Орнан был ваҡытта бойҙай һуғып йөрөгән була. Боролоп ҡараһа, фәрештәне күреп ҡала. Эргәһендәге дүрт улы кереп йәшенә һала. 21Дауыт Орнан янына килә. Дауыт килгәнен күргән Орнан ырҙындан сыға ла ергә тиклем бөгөлөп баш эйә. 22Дауыт Орнанға: – Миңә ырҙыныңды тулы хаҡына һат. Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин унда Раббыға ҡорбан усағы эшләйем, – ти. 23– Ал, хакимым батша нимә теләй, шуны эшләһен. Бына тотош яндырыу ҡорбаны өсөн үгеҙҙәремде, утынға – ашлыҡ һуҡҡысты, икмәк саҙаҡаһына – бойҙайҙы, барыһын да бушлай бирәм, – ти Орнан батшаға. 24Әммә Дауыт батша уға: – Юҡ, мин һиңә тулы хаҡын көмөш менән түләйем, һинеке булғанды мин Раббыға ҡорбан итә лә, бушҡа алғанды тотош яндырыу ҡорбаны итә лә алмайым, – тип яуап ҡайтара. 25Дауыт Орнанға урын өсөн алты йөҙ шекел алтын бирә. 26Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә. 27Шунан Раббы Үҙенең фәрештәһенә бойора һәм тегеһе ҡылысын кире ҡынына тыға.
Copyright information for
BakIBT2023