‏ 1 Chronicles 8:29-38

Шаул батшаның нәҫеле

(1 Йыл 9:35-44)

29Ғивғондың атаһы Йеғиил Ғивғонда йәшәй һәм ҡатынының исеме Мағаха була. 30Йеғиилдың баш балаһы – Ғавдон, башҡалары Сур, Ҡиш, Бәғел, Надав, 31Гедор, Ахйо, Зәхәр 32һәм Миҡлоҫ. Миҡлоҫ – Шимеаның атаһы. Улар ағай-энеһе менән бергә ҡәрҙәштәре эргәһендә Йәрүсәлимдә йәшәй. 33Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел. 34Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел
Мерив-Бәғел – Мефи-Бошеҫтың икенсе исеме (ҡарағыҙ: «ІІ Батшалар», 4:4).
, Мерив-Бәғелдең улы – Миха.
35Миханың улдары: Пиҫон, Мәләх, Тареағ һәм Ахаз.

36Ахаздың Йеһоғадда исемле улы тыуа. Йеһоғадданың – Ғәләмәҫ, Ғазмауыҫ, Зимри, Зимриҙең Моса тигән улдары донъяға килә.

37Моса – Бинғаның атаһы. Бинға – Рафаның, Рафа – Әлғасаның, Әлғаса – Аселдең атаһы. 38Аселдең Ғазриҡам, Бохру, Исмәғил, Шеғаръяһ, Ғовадъяһ, Ханан исемле алты улы була. Былар бөтәһе лә – Аселдең улдары.
Copyright information for BakIBT2023