‏ 1 Chronicles 9:1-17

1Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән.

Һөргөндән Йәрүсәлимгә ҡайтыусылар

(Нөх 11:3-19)

Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.
2Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта. 3Йәрүсәлимгә урынлашҡан ҡайһы бер йәһүҙи, бинйәмин, әфраим һәм менашшелар – түбәндәгеләр.

4Йәһүҙә улы Пәрәс тоҡомонан: Бани улы Имри, Имри улы Ғомри, Ғомри улы Ғаммиһуд, Ғаммиһуд улы Ғуҫай; 5Шела нәҫеленән: баш балаһы Ғасаяһ менән уның улдары; 6Зерах улдарынан Йеғуил һәм уның ағай-энеһе – барлығы алты йөҙ туҡһан кеше.

7Бинйәмин нәҫеленән: Һассенуаның улы Һодауъяһ, Һодауъяһтың улы Мешуллам, Мешулламдың улы Саллу; 8шулай уҡ Йерохам улы Йивнеяһ, Ғуззиҙың улы, Михриҙең ейәне Эла, Шефатъяһтың улы Мешуллам. Мешуллам Реғуилдың ейәне, Йивнияһтың бүләре. 9Уларҙың туған-тыумасаһы нәҫел шәжәрәләренә күрә туғыҙ йөҙ илле алты кеше. Был кешеләр барыһы ла үҙ ғаиләләренең башлығы була.

10Ә ҡаһиндарҙан: Йедағъяһ, Йеһоярив, Яхин, 11Алла йортонда мөдирлек иткән Ғазаръяһ Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешулламдың, Мешуллам – Садоҡтың, Садоҡ – Мерайоҫтың, Мерайоҫ Ахитувтың улы була. 12Шулай уҡ Ғадаяһ, ул – Йерохамдың улы, Йерохам – Пашхурҙың улы, Пашхур – Малкияһтың улы; Мағсай Ғәдиил улы, Ғәдиил – Йәхзәрәнең улы, Йәхзәрә – Мешулламдың улы, Мешуллам – Мешиллемиҫтең улы, Мешиллемиҫ – Иммерҙең улы. 13Йәнә уларҙың ағай-энеһе, нәҫел башлыҡтары – бер мең ете йөҙ алтмыш кеше – Алла йортонда хеҙмәт итер өсөн лайыҡлы кешеләр була.

14Ә левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡамдың улы, Ғазриҡам – Хашавъяһтың улы – Мерари нәҫеленән. 15Баҡбаҡҡар, Хәрәш, Галал, Миха улы Маттанъяһ, Миха – Зихриҙың, Зихри – Асафтың улы; 16Ғовадъяһ Шемағъяһ улы, Шемағъяһ – Галалдың, Галал – Йедуҫундың улы; Нетофа ауылдарында йәшәгән Бәрәхъяһ Аса улы, Аса – Әлҡананың улы.

17Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Ғаҡҡув, Талмон, Ахиман һәм уларҙың ағай-энеһе. Шаллум уларҙың башлығы була.
Copyright information for BakIBT2023