1 Corinthians 11:23-25
23Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып 24шөкөр итте лә, уны һындырып, былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». 25 aШулай уҡ киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ».
Copyright information for
BakIBT2023