‏ 1 Kings 10:14-29

Сөләймәндең байлығы

(2 Йыл 1:14-17; 9:13-28)

14Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килтерелә торғайны. 15Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды.

16Сөләймән батша ике йөҙ ҙур ҡалҡан яһатты һәм уларҙың һәр береһен алты йөҙ шекел сүкелгән алтын менән көпләтте. 17Бынан башҡа һәр береһенә өсәр мина
Мина – 600 г.
сүкелгән алтын тотоноп, өс йөҙ бәләкәйерәк ҡалҡан эшләтте. Батша был ҡалҡандарҙы «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайға ҡуйҙы.
18Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһатты һәм уны тап-таҙа алтын менән көпләтте. 19Тәхеттең баҫҡыстары алтау, артҡы һөйәнгесенең юғары өлөшө түңәрәкләнеп тора. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған. 20Һәр бер баҫҡыстың ике яғында берәр арыҫлан һыны булып, тәхеттең алты баҫҡысында йәмғеһе ун ике арыҫлан тора. Бер генә батшалыҡта ла бындай тәхеттең булғаны юҡ ине.

21Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан яһалғайны, көмөш бөтөнләй тотонолманы, сөнки Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнгәйне. 22Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды.

23Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк ине. 24Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн бөтә донъя уны күрергә атлығып тора ине. 25Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер булды, йылдың-йылына шулай дауам итте.

26Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыйҙы. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы бар ине. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштырҙы. 27Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә ҡалды. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп булды. 28Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм Ҡәүиҙән килтерҙеләр. Батша сауҙагәрҙәре уларҙы Ҡәүиҙән аҡсаға һатып алды. 29Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар ине.

Copyright information for BakIBT2023