‏ 1 Kings 10:4-7

4Шева батшабикәһе Сөләймәндең сикһеҙ аҡылын, һалдырған һарайын, 5табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китте.

6– Һинең ҡылған ғәмәлдәрең һәм зирәк аҡылың тураһында үҙ илемдә ишеткәндәрем дөрөҫ булып сыҡты, – тине ул батшаға. – 7Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең ҡаҙаныштарыңдың яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Аҡылың да, мал-мөлкәтең дә мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә артығыраҡ.
Copyright information for BakIBT2023