‏ 1 Kings 11:41-43

41Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, уның башҡарған эштәре һәм аҡылы тураһында «Сөләймәндең йылъяҙмаһы» китабында яҙылған. 42Сөләймәндең Йәрүсәлимдә бөтә Исраилға батшалыҡ иткән дәүере – ҡырҡ йыл. 43Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултырҙы.

Copyright information for BakIBT2023