‏ 1 Kings 18:41-45

Ҡоролоҡтоң тамамланыуы

41Шунан Ильяс Ахавҡа:

– Бар, ашап-эсеп ал. Мин ҡойма ямғыр килгәнен ишетәм, – тине.

42Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы. 43Хеҙмәтсеһен диңгеҙ яғын ҡарап килергә ебәрҙе.

Тегеһе барып ҡараны ла:

– Бер нәмә лә юҡ, – тип кире әйләнеп килде.

– Тағы ҡара, – тине Ильяс. Шулай ете тапҡыр ҡабатланды.

44Етенсе тапҡыр барып ҡарағандан һуң хеҙмәтсеһе:

– Диңгеҙҙән ус аяһылай ғына болот ҡалҡып килә, – тип хәбәр итте.

– Ахавҡа барып әйт, атын егә һалһын, юғиһә ямғыр аҫтында ҡалыр, – тине Ильяс.

45Ул арала күкте ҡара болот томаланы, көслө ел күтәрелде һәм ҡойоп ямғыр яуа башланы. Ахав, арбаһына ултырып, Изреғилгә ашыҡты.
Copyright information for BakIBT2023