‏ 1 Kings 22:29-35

Ахавтың үлеме

(2 Йыл 18:28-34)

29Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Ғилғәд Рамоҫына яу менән китте. 30Ахав Йеһошафатҡа былай тине:

– Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул.

Исраил батшаһы кейемен алмаштырҙы ла яуға инде.

31Арам батшаһы яу арбаларының утыҙ ике башлығына:

– Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорғайны.

32Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрҙе лә, Исраил батшаһы икән тип ышанып, һөжүм итер өсөн уға ҡаршы боролдо. Йеһошафат ҡысҡырып ебәргәс, 33яу арбаларының башлыҡтары уның Исраил батшаһы түгеллеген күрҙе лә боролоп китте.

34Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәргәйне, Исраил батшаһын яраланы. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙалғайны. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә:

– Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – тине.

35Көслө алыш көнө буйы дауам итте. Батшаға яу арбаһында арамиҙар ҡаршыһында һөйәлеп баҫып торорға тура килде. Уның яраһынан арба эсенә ҡан аҡты. Кискә табан батша йән бирҙе.
Copyright information for BakIBT2023