‏ 1 Kings 22:41-50

Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат

(2 Йыл 20:31–21:1)

41Исраил батшаһы Ахавтың дүртенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йеһошафат Аса улы ултырҙы. 42Тәхеткә ултырғанда ул утыҙ биш йәштә ине һәм Йәрүсәлимдә егерме биш йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Ғазува Шилхи ҡыҙы ине. 43Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылманы, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Ләкин әлегә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне; халыҡ һаман уларҙа ҡорбан салып, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.

44Йеһошафат Исраил батшаһы менән татыу йәшәне.

45Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, яу сапҡандары – барыһы тураһында ла «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 46Йеһошафат атаһы Аса заманынан тороп ҡалған боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәрҙе юҡ итте. 47Ул саҡта Эдомда батша юҡ, тик батшаның вәкиле генә бар ине.

48Йеһошафат Офирға алтынға йөрөр өсөн Таршиш караптары төҙөттө. Ләкин улар барып етә алманы – Ғәсйон-Ғәвәрҙә һәләкәткә осраны. 49Шул осорҙа Ахав улы Ахазъяһ Йеһошафатҡа: «Караптарыңда һинекеләр менән бергә минең кешеләрем дә барһын», – тип тәҡдим иткәйне, әммә Йеһошафат риза булмағайны.

50Йеһошафат вафат булып ата-бабаларына ҡушылды һәм бабаһы Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылынды. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултырҙы.

Copyright information for BakIBT2023