1 Kings 7:15-22
15Хирам ике баҡыр бағана ҡойҙорҙо. Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ терһәк, әйләнәһе – бау менән үлсәгәндә – ун ике терһәк тәшкил итә. 16Бағаналар өҫтөнә ҡуйыр өсөн, баҡырҙан ике таж ҡойҙо, ул таждарҙың бейеклеге биш терһәк булды. 17Бағана башындағы таждарҙың һәр береһен үреп эшләнгән сылбырлы селтәр менән биҙәне: таждарҙың һәр икеһендә етешәр сылбырлы селтәр бар ине. 18Хирам бағана башындағы таждарҙы биҙәүсе селтәр тирәләй ике рәт итеп анар емеше ҡойоп яһаны. Бағаналарҙың һәр икеһен ул бер төрлө итеп биҙәне. 19Айуандағы бағана баштарына ҡуйылған таждар иһә бейеклеге дүртәр терһәк булған лилиә сәскәһенә оҡшаған ине. 20Бағана башындағы таждарҙы биҙәгән селтәр эргәһендәге һикәлтәнең өҫтөндә рәт-рәт итеп ике йөҙ анар емеше эшләнгәйне. 21Хирам бағаналарҙы Алла йортоноң айуанына ҡуйҙы һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡтағыһын Боғаз ▼▼ Яхин; Боғаз – Яхин йәһүд телендә – «Ул нығыта», Боғаз «Унда – көс» тигән мәғәнәлә.
тип атаны. 22Был бағаналарҙың башына лилиә сәскәһенә оҡшатып яһалған таж кейҙерҙе. Бағаналар менән эште тамамлағас,
Copyright information for
BakIBT2023