1 Kings 7:23-51
23Хирам түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ ▼▼ …диңгеҙ… – Раббы йорто ихатаһындағы «диңгеҙ» дип аталған ҙур һауыт.
ҡойҙо; ул бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк ине. 24Аҫҡы яҡтан диңгеҙҙең ситтәре ҡойолған ашҡабаҡ һүрәттәре менән уратып алынғайны. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолғайны. 25Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны эске яҡта ине. 26Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы ▼▼ Ус аяһы – 7,5 см.
киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы ике мең бат ▼▼ Ике мең бат – яҡынса 44000 л.
ине. 27Хирам һәр береһенең бейеклеге – өс, оҙонлоғо – дүрт, киңлеге дүрт терһәк булған ун баҡыр таяу эшләне. 28Ул таяуҙар былай эшләнде: уларҙың ян-яҡтары рам эсенә алынған ине. 29Таяуҙарҙың рам эсенә алынған ян-яҡтарында, шулай уҡ рамдарҙа арыҫлан, үгеҙ һәм кируб һүрәттәре төшөрөлгән; рамдарҙағы арыҫлан һәм үгеҙ һүрәттәренән өҫтәрәк һәм аҫтараҡ сүкеп эшләнгән үрмә биҙәк үтә. 30Һәр таяуҙың баҡыр күсәрле дүртәр баҡыр тәгәрмәсе һәм дүртәр терәге бар. Таяуҙың һәр мөйөшөндә ян-яҡтарына үрмә биҙәктәр төшөрөлгән терәктәр ҡуйылған, улар өҫтөнә киҫмәк урынлашҡан. 31Эске яҡтан таяу бер ярым терһәк булып, унда бер терһәк бейеклегендәге түңәрәк терәк ҡуйылған ине. Таяуҙың түңәрәк ауыҙы һәм әйләнәһе һүрәттәр менән һырлап биҙәлгән. Таяуҙың ян-яҡтары иһә түңәрәк түгел, дүрткел ине. 32Уларҙың аҫтында дүрт тәгәрмәс ҡуйылып, тәгәрмәс күсәрҙәре таяуға беркетелгән. Һәр тәгәрмәстең бейеклеге – бер терһәк ярым. 33Был тәгәрмәстәр яу арбаларының тәгәрмәстәренә оҡшатып эшләнгән. Күсәрҙәре лә, туғындары ла, арасалары ла, көпсәктәре лә ҡойоулы. 34Һәр таяуҙың дүрт мөйөшөнә терәк ҡуйылған, улар таяу менән бер бөтөн итеп ҡойолған. 35Таяуҙың өҫтөнә бейеклеге ярты терһәк булған ҡоршау урынлашҡан. Таяуҙың өҫкө өлөшө, терәктәре һәм ян-яҡтары бер бөтөн булып ҡойолған ине. 36Хирам терәктәрҙә, ян-яҡтарҙа, мөмкин булған бөтә урында кируб, арыҫлан, хөрмә һүрәттәре, ә әйләнәһенә үрмә биҙәктәр уйҙы. 37Ошо рәүешле итеп Хирам ун таяу эшләне: уларҙың барыһы ла бер төрлө ҡойолған, үлсәмдәре лә, рәүештәре лә бер ине. 38Шулай уҡ ул һәр береһе ҡырҡ бат һыйҙырышлы, арҡырыһы дүрт терһәк булған ун баҡыр киҫмәк, ун таяуҙың һәр ҡайһыһына берәр киҫмәк яһаны. 39Таяуҙарҙың бишәүһен ҡорамдың көньяғына, бишәүһен төньяғына урынлаштырҙы. Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың уң яғына, көньяҡ-көнсығыш тарафҡа урынлаштырҙы. 40Хирам сүлмәктәр, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләне. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамланы: 41ике бағана, уларҙың башына сеүәтә рәүешендә ике таж, таждарҙы биҙәү өсөн ике селтәр; 42бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше; 43ун таяу һәм улар өҫтөндә ун киҫмәк; 44бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны; 45көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр. Хирам Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан ине. 46Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Сареҫан араһындағы урында, балсыҡта яһалған ҡалыптарҙа ҡойҙорҙо. 47Был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булманы. Батша был әйберҙәрҙең барыһын да алып барып урынлаштыртты. 48Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл; 49ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһына уң яҡҡа биш, һул яҡҡа биш саф алтын шәмдәл; алтын сәскәләр, майшәмдәр, ҡыҫҡыстар; 50саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине. 51Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы.
Copyright information for
BakIBT2023