1 Kings 8:1-13
Килешеү һандығының ҡорамға килтерелеүе
(2 Йыл 5:2–6:2)
1Сөләймән батша Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡырҙы. 2Йылдың етенсе эҫаним айында булған байрам ваҡытында бөтә Исраил халҡы Сөләймән батша янына йыйылды. 3Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, ҡаһиндар Килешеү һандығын күтәреп алды. 4Ҡаһиндар менән левиҙәр Раббы һандығын, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе алып китте. 5Сөләймән батша менән уның янына йыйылған бөтә Исраил йәмғиәте һандыҡ алдында ваҡ һәм эре малдан бик күп ҡорбан салды. Ҡорбандарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел ине. 6Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштырҙы. 7Кирубтар, ҡанаттарын һандыҡ ҡуйылған урын өҫтөндә йәйеп, һандыҡты ла, уны күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы ла ҡаплап тора ине. 8Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй ине. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора. 9Исраил халҡын Мысыр еренән алып сыҡҡан заманда Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалғайны. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә юҡ ине. 10– 11Ҡаһиндар Мөҡәддәс урындан сығыу менән ҡорамға балҡып торған болот тулды. Раббы йортона Раббының шөһрәте тулғанлыҡтан, ҡаһиндар үҙҙәренең хеҙмәтен башҡара алманы. 12Шул саҡ Сөләймән әйтте: – Раббы ҡуйы ҡараңғылыҡта төйәкләнергә теләне. 13Мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым,Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.
Copyright information for
BakIBT2023