1 Kings 9:10-28
Сөләймәндең башҡа ғәмәлдәре
(2 Йыл 8:1-18)
10Сөләймән егерме йыл буйы ике йорт – Раббы ҡорамын һәм батша һарайын – төҙөнө. 11Тир батшаһы Хирам Сөләймәнгә күпме теләһә шул тиклем кедр һәм кипарис ағастары, алтын биреп торҙо. Сөләймән батша Хирамға был хеҙмәттәре өсөн Галилея ерендә егерме ҡала бирҙе. 12Хирам Тирҙан Сөләймән биргән ҡалаларҙы ҡарарға килде һәм уларҙы оҡшатманы. 13– Ошомо инде һинең миңә биргән ҡалаларың, ҡустым? – тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе лә был төбәкте Кавул ▼▼ Кавул – йәһүд телендә «кәрәкһеҙ» тигән мәғәнәлә.
тип атаны. Ул бөгөнгә тиклем шулай йөрөтөлә. 14Шунан Хирам Сөләймән батшаға йөҙ егерме талант ▼▼ Талант – ауырлыҡ үлсәме, яҡынса 36 кг.
алтын ебәрҙе. 15Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте. 16Элек фирғәүен, Мысыр батшаһы, Гәзәргә һөжүм иткәйне. Яулап алғас, ҡаланы яндырҙы, унда йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡырҙы. Аҙаҡтан уны, үҙенең ҡыҙы Сөләймәнгә кейәүгә сыҡҡанда, туй мәһәре итеп бирҙе. 17Сөләймән Гәзәрҙе лә ҡайтанан төҙөнө. Түбәнге Бейт-Хоронды, 18Бағалаҫты, сүллектәге Тамарҙы төҙөкләндерҙе. 19Шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдырҙы. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөттө. 20Илдә исраилдарҙан булмаған башҡа халыҡтар – әмөри, хитти, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр тоҡомона килгәндә, 21Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай. 22Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәне. Улар батшаға һуғышсылар, ярандар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итте. 23Сөләймәндең төҙөлөш эштәренә һәм унда ҡатнашҡан халыҡҡа етәкселек итеүсе биш йөҙ илле мөдире бар ине. 24Фирғәүендең ҡыҙы Дауыт ҡалаһынан Сөләймән уның өсөн һалдырған яңы һарайға күсте. Шунан һуң батша Миллоны төҙөкләндерҙе. 25Сөләймән Раббыға бағышлап төҙөгән ҡорбан усағында йылына өс тапҡыр тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, Раббы хозурында хуш еҫ төтәтте. Шулай итеп, Сөләймән Алла ҡорамын төҙөүҙе тамамланы. 26Сөләймән батша Эдом ерендә, Ҡамышлы диңгеҙ буйында, Элаҫ эргәһендәге Ғәсйон-Ғәвәрҙә караптар эшләтте. 27Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәрен Сөләймәндең кешеләре менән бергә караптарҙа ебәрҙе. 28Улар Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ егерме талант алтын алып ҡайтып бирҙе.
Copyright information for
BakIBT2023