1 Samuel 21:1-6
Дауыттың Шаулдан ҡасыуы
1Дауыт Новҡа Ахимәләх тигән ҡаһинға килде. Ахимәләх хәүефләнеп Дауытҡа ҡаршы сыҡты. – Нишләп яңғыҙың, яныңда бер кем дә юҡ? – тип һораны. 2– Батша миңә бер йомош ҡушты, – тип яуапланы Дауыт Ахимәләх ҡаһинға. – «Һине ни өсөн ебәргәнемде, ни бойорғанымды бер кем дә белмәһен», – тине. Шуға күрә егеттәремде билдәле урында ҡалдырҙым. 3Ҡана, ҡул аҫтыңда ашарлыҡ нимә бар? Миңә биш икмәк йәки, нимәң булһа, шуны бир. 4– Ябай икмәгем юҡ, – тип яуапланы ҡаһин Дауытҡа. – Әгәр егеттәрең ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, пак булһа, – изге икмәгем бар. 5– Һәр ваҡыттағыса, сәфәрҙә булған сағыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙ затынан йыраҡбыҙ, – тине Дауыт. – Кешеләрем, ғөмүмән, юлда үҙҙәрен пак тота, ә инде бындай махсус эш менән йөрөгәндә бигерәк тә. 6Ҡаһин Дауытҡа изге икмәк бирҙе, сөнки унда ошо Раббы хозурына ҡуйылғанынан башҡаһы юҡ ине. Был икмәк шул көндө, урынына йылыһын ҡуйыр өсөн, Раббы алдынан алынғайны.
Copyright information for
BakIBT2023