‏ 2 Chronicles 1:14-17

14Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыя. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы була. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштыра. 15Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә алтын менән көмөш ябай бер таш кеүек кенә ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була. 16Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм Ҡәүиҙән килтерәләр. Батша сауҙагәрҙәре уларҙы Ҡәүиҙән аҡсаға һатып ала. 17Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар.

Copyright information for BakIBT2023