2 Chronicles 1:3-12
3Шунан бөтә йыйынды эйәртеп Сөләймән Ғивғондағы табыныу ҡалҡыулығына йүнәлә, сөнки унда Алланың әүәл Раббы ҡоло Муса сүлдә яһатҡан Осрашыу сатыры була. 4Ә Ҡыръяҫ-Еғаримдан Дауыт килтерткән Алла һандығы ул Йәрүсәлимдә ҡорҙортҡан сатырҙа торған була. 5Ғивғондағы Раббы сатыры алдында Хурҙың ейәне, Уриҙың улы Бесалил эшләгән баҡыр ҡорбан усағы була. Сөләймән йыйын менән бергәләп шуның алдында Раббыға сәждә ҡылып мөрәжәғәт итә. 6Ошонда, Раббы ҡаршыһында, Осрашыу сатыры алдындағы баҡыр ҡорбан усағында, Сөләймән мең дана тотош яндырыу ҡорбаны килтерә. 7Ул төндө Алла, Сөләймәнгә күренеп: – Минән теләгәнеңде һора, – ти. 8Сөләймән Аллаға: – Һин атайым Дауытҡа бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, уның артынса мине батша иттең. 9Атайым Дауытҡа биргән вәғәҙәң артабан да үтәлә күрһен, Раббым Аллам. Һин мине ерҙәге туҙан һымаҡ күп һанлы халыҡ өҫтөнән батша итеп ҡуйҙың. 10Хәҙер миңә был халыҡтың эсен-тышын аңларлыҡ зиһен үә ғилем бир, юғиһә Һинең бөйөк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен? – ти. 11Алла Сөләймәнгә былай тип яуап бирә: – Йөрәк түреңдә нәҡ ошо уй ятҡанға күрә, мал-мөлкәт, дан-шөһрәт, дошмандарыңдың йәнен йә булмаһа үҙеңә оҙон ғүмер түгел, ә Мин һине батша итеп ҡуйған халҡыма идара итерлек зиһен үә ғилем һорағаның өсөн, 12зиһен үә ғилем бирелер һиңә. Ә мал-мөлкәтте, дан-шөһрәтте Мин һиңә былай ҙа бик мул бирермен – һиңә тиклемге батшаларҙың да, һинән һуң киләсәктәренең дә береһендә лә ул тиклем булмаған да, булмаҫ та.
Copyright information for
BakIBT2023