‏ 2 Chronicles 11:1-4

Шемағъяһтың пәйғәмбәрлек ҡылыуы

1Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир туплай. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш була. 2Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерә:

3– Йәһүҙә батшаһы Сөләймән улы Рехавғамға, Йәһүҙәлә йәшәгән бөтә исраилдарға һәм Бинйәмин ырыуына әйт, 4Раббы былай ти: «Туғандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ, өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде».

Улар Раббы әйткәнде тыңлай, кире борола, Яровғамға ҡаршы бармай.

Copyright information for BakIBT2023