‏ 2 Chronicles 12:9-16

9Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимде яулап ала. Шунан һуң ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талай, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән алтын ҡалҡандарҙы ла алып китә.

10Рехавғам батша улар урынына баҡыр ҡалҡандар яһата һәм батша һарайының ишектәрен һаҡлаған ҡарауыл башлыҡтары ҡарамағына тапшыра. 11Батша Раббы ҡорамына ингән һайын, һаҡсылар был ҡалҡандарҙы тотоп килә, аҙаҡтан йәнә һаҡсылар бүлмәһенә индереп ҡуя торған була. 12Рехавғам үҙенең ғәйебен танығас, Раббының асыуы уға төшмәй, уны бөтөнләйгә һәләк итмәй, сөнки Йәһүҙәлә яҡшы нәмәләр ҙә булған була бит.

13Шулай итеп, Рехавғам батша Йәрүсәлимдә нығына һәм хакимлыҡ итә. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә була. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы була. 14Рехавғам, ысын йөрәктән Раббыға ынтылмаған өсөн, яуыз эштәр ҡыла.

15Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара. 16Рехавғам үлеп ата-бабалары хозурына күсә һәм Дауыт ҡалаһында ерләнә. Тәхеткә улы Авияһ ултыра.

Copyright information for BakIBT2023