‏ 2 Chronicles 15:16-19

16Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндыра. 17Исраилда табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирә, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Аллаға тоғро була. 18Атаһы һәм үҙе Раббыға бағышланған алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Алла йортона тапшыра. 19Асаның хакимлығының утыҙ бишенсе йылына тиклем һуғыштар булмай.

‏ 2 Chronicles 16:1-6

Аса менән Бағша араһындағы һуғыш

(3 Бат 15:17-24)

1Аса хакимлығының утыҙ алтынсы йылында Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотона. 2Аса, Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған алтын-көмөштө ала ла Дамаскта йәшәгән Арам батшаһы Бен-Һададҡа ебәрә. Уға былай тип әйтергә ҡуша:

3«Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ – ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын».

4Бен-Һадад Аса батшаның тәҡдимен тыңлай һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрә. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Майимды һәм Нафтали ерендәге келәт ҡәлғәләрҙе баҫып ала. 5Был хаҡта ишеткәс, Бағша Раманы нығытыуҙан туҡтай һәм был эшен ташлап ҡуя. 6Ә Аса батша барса йәһүҙиҙәрҙе алып килеп, Бағша төҙөлөштә файҙаланған таштарҙы, бүрәнәләрҙе Раманан ташытып бөтөрә лә улар менән Гевағ һәм Миспа ҡалаларын нығыта.

Copyright information for BakIBT2023