‏ 2 Chronicles 18:1-27

Михаяһ пәйғәмбәрҙең Ахавты киҫәтеүе

(3 Бат 22:1-28)

1Йеһошафат ҙур байлыҡҡа эйә була һәм дан ҡаҙана. Ул Исраил батшаһы Ахав менән туғанлаша. 2Бер нисә йылдан Йеһошафат Самарияға Ахавҡа бара. Ахав Йеһошафат һәм уның юлдаштары хөрмәтенә эреле-ваҡлы бик күп мал сала. Ул Йеһошафатты бергәләп Ғилғәд Рамоҫына яу асырға өгөтләй. 3Исраил батшаһы Ахав Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттан:

– Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына бараһыңмы? – тип һорай.

– Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуаплай Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың. Беҙ һинең менән бергә һуғышҡа барырбыҙ.

4Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай ти:

– Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара.

5Исраил батшаһы дүрт йөҙ пәйғәмбәрҙе йыйып ала ла:

– Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыҡмы, әллә бармайыҡмы? – тип һорай.

– Бар, – тип яуап ҡайтара пәйғәмбәрҙәр. – Алла ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.

6Әммә Йеһошафат:

– Раббының тағы берәй пәйғәмбәре ҡалманымы? Унан да һорап ҡарар инек, – ти.

7Исраил батшаһы Йеһошафатҡа:

– Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – ти.

– Улай тимә әле һин, эй, батша, – ти Йеһошафат.

8Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып:

– Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – ти.

9Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп, Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултыра, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итә. 10Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерә:

– Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!»

11Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юрай:

– Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.

12Михаяһты алырға ебәрелгән кеше уға былай ти:

– Ҡара әле, бөтә пәйғәмбәрҙәр бер ауыҙҙан батшаға уңыш юрай, һинең һүҙең дә уларҙыҡы кеүек булһа ине: һин дә яҡшыға юра.

13– Тере Раббы шаһит: Аллам миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтара Михаяһ.

14Михаяһ батша алдына килә. Батша унан:

– Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һорай.

– Барығыҙ, – ти Михаяһ. – Юлығыҙ уңыр, улар ҡулығыҙға тапшырылыр.

15– Раббы исеме хаҡына миңә тик дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – ти уға батша.

16Шунан Михаяһ былай ти:

– Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.

17– Был миңә бер йүнле нәмә лә әйтмәҫ, тик яманлыҡ ҡына юрар, тимәнемме ни һиңә? – ти Исраил батшаһы Йеһошафатҡа.

18Ә Михаяһ былай ти:

– Улай булғас, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.
19Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Исраил батшаһы Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте. 20Шунда бер рух сығып Раббы алдына баҫты ла: «Мин ҡоторта алам», – тине. Раббы унан: «Нисек итеп?» – тип һораны. 21«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».

22Бына шулай итеп, Раббы был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте.

23Шунда Кенағана улы Сидкияһ Михаяһтың янына килә лә яңағына һуғып ебәреп:

– Раббының Рухы ни рәүешле минән китеп, һинең ауыҙыңдан һөйләй башланы әле? – ти.

24– Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуаплай Михаяһ.

25– Михаяһты ҡала башлығы Амон менән батша улы Йоашҡа алып барып тапшырығыҙ! – тип бойора Исраил батшаһы. – 26Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтҡансы, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.

27– Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – ти Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәй.

Copyright information for BakIBT2023