2 Chronicles 18:28-34
Ахавтың үлеме
(3 Бат 22:29-35)
28Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Ғилғәд Рамоҫына яу менән китә. 29Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр. 30Арам батшаһы яу арбалары башлыҡтарына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорған була. 31Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала, 32яу арбаларының башлыҡтары уның Исраил батшаһы түгеллеген күрә лә боролоп китә. 33Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәрә лә, Исраил батшаһын яралай. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙала. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – ти. 34Көслө алыш көнө буйы дауам итә. Исраил батшаһына яу арбаһында арамиҙар ҡаршыһында һөйәлеп баҫып торорға тура килә. Кискеһен ҡояш байығанда батша йән бирә.
Copyright information for
BakIBT2023