2 Chronicles 20:23-26
23Ғаммондар менән моавтар Сеғир тауҙары кешеләренә һөжүм итә, сеғирҙарҙы ҡырып һалғас, бер-береһен ҡыйратырға тотона. 24Йәһүҙиҙәр сүлдәге ҡалҡыулыҡҡа килеп дошман ғәскәренә ҡараһа, ни күрәләр – күп һанлы мәйеттәр менән ер тулған, береһе лә иҫән ҡалмаған. 25Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була. 26Дүртенсе көндө Шөкөр үҙәненә йыйылалар, шунда Раббыға шөкөр ҡылалар. Шуға күрә был ерҙе әлегәсә Шөкөр үҙәне тип йөрөтәләр.
Copyright information for
BakIBT2023