‏ 2 Chronicles 20:31-37

Йеһошафаттың һуңғы йылдары

(3 Бат 22:41-50)

31Шулай итеп, Йеһошафат Йәһүҙәлә хакимлыҡ итә. Тәхеткә ултырғанда ул утыҙ биш йәштә була һәм Йәрүсәлимдә егерме биш йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Ғазува – Шилхи ҡыҙы була. 32Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла. 33Ләкин әлегә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгән, ә халыҡ ата-бабаларының Аллаһына тулыһынса боролоп бөтмәгән була.

34Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән.

35Ләкин быларҙан һуң Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат яман эштәр ҡылған Исраил батшаһы Ахазъяһ менән әшнәләшә. 36Улар бергәләшеп Таршишҡа ебәрер өсөн караптар төҙөй. Караптарҙы улар Ғәсйон-Гәвәрҙә яһай. 37Марешанан Додауа улы Әлиғәзәр, Йеһошафатҡа пәйғәмбәрлек итеп, былай ти:

– Ахазъяһ менән әшнәләшкәнеңә күрә, Раббы һинең эшеңде юҡҡа сығарасаҡ.

Караптар емерелә һәм Таршишҡа барып етә алмай.

‏ 2 Chronicles 21:1

Йәһүҙә батшаһы Йеһорам

(4 Бат 8:16-24)

1Йеһошафат вафат булып, ата-бабаларына ҡушыла һәм Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылына. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултыра.
Copyright information for BakIBT2023