‏ 2 Chronicles 22:1-6

Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ

(4 Бат 8:25-29; 9:14-29)

1Ғәрәптәр менән бергә йәһүҙиҙәр тупламына һөжүм иткән баҫҡынсылар Йеһорамдың өлкән улдарын үлтереп киткән була. Шул сәбәпле Йәрүсәлим халҡы Йеһорам урынына уның кинйә улы Ахазъяһты
Ахазъяһ – Йеһоахаз исеме аҫтында ла иҫкә алына (ҡарағыҙ: «ІІ Йылъяҙма», 21:17).
батша итеп ҡуя. Шулай итеп, Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултыра.
2Ахазъяһ егерме ике йәшендә батша була һәм Йәрүсәлимдә бер йыл батшалыҡ итә. Уның әсәһе Ғомриҙың ейәнсәре Ғаҫалъяһ була. 3Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуа, сөнки уны әсәһе ҡанунһыҙ ғәмәлдәргә этәрә. 4Ул, Ахав нәҫеленә оҡшап, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡыла, сөнки атаһы мәрхүм булғандан һуң, Ахав йортоноң ағзалары уның кәңәшселәре булып, уны һәләкәткә килтерә. 5Ахазъяһ, уларҙың кәңәшен тыңлап, Исраил батшаһы Ахавтың улы Йорам менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға бара. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яралай. 6Ул, Рама ҡалаһында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышҡанда алған яраларын дауаларға, Изреғилгә ҡайта. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ иһә йәрәхәтләнгән Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килә.

Copyright information for BakIBT2023