‏ 2 Chronicles 22:10-12

Йәһүҙә батшабикәһе Ғаҫалъяһтың тәхеткә ултырыуы

(4 Бат 11:1-3)

10Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, Йәһүҙә батшаһы нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға керешә. 11Ләкин Йеһошавғаҫ, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш тигән улын урлап алып, уны һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерә. Шулай итеп, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Йеһоядағ ҡаһиндың ҡатыны, Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны Йеһошавғаҫ Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерә һәм ул тере ҡала. 12Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала алты йыл буйына улар менән Алла ҡорамында йәшенеп йәшәй.

Copyright information for BakIBT2023