‏ 2 Chronicles 24

Йәһүҙә батшаһы Йоаш

(4 Бат 11:21–12:3-21)

1Тәхеткә ултырғанда Йоашҡа ете йәш булып, Йәрүсәлимдә ул ҡырҡ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Сивья тыумышы менән Беер-Шәвәғтән була. 2Йеһоядағ ҡаһин иҫән саҡта, Йоаш Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла. 3Йеһоядағ уға ике ҡатын алып бирә. Йоаштың улдары, ҡыҙҙары тыуа.

4Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Йоаш Раббы ҡорамын яңыртырға була. 5Ул, ҡаһиндар менән левиҙәрҙе йыйып, былай ти:

– Йәһүҙәнең ҡалаларын йөрөп сығығыҙ, Аллағыҙҙың ҡорамын йылдан-йылға ҡарап-тәрбиәләп торорлоҡ булһын өсөн, бөтә исраилдарҙан көмөш йыйығыҙ, был эште йәһәтләтегеҙ.

Әммә левиҙәр ҡабаланмай.
6Батша баш ҡаһин Йеһоядағты саҡырып ала ла былай ти:

– Ниңә һин левиҙәрҙән Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимдән һалым йыйып алып ҡайтыуҙарын талап итмәйһең? Килешеү сатыры хәжәттәренә тотонола торған был һалымды Раббы ҡоло Муса менән Исраил йәмғиәте билдәләгән.
7Яуыз Ғаҫалъяһтың улдары Раббы ҡорамын талап, ундағы мөҡәддәс әйберҙәрҙе Бәғелгә табыныу өсөн ҡулланды бит!

8Батша бойороғо буйынса бер йәшник яһап, Раббы ҡорамының ҡапҡаһы төбөнә, тышҡы яҡҡа ултырталар. 9«Алла ҡоло Муса сүлдә саҡта исраилдарға һалған түләүҙе Раббыға алып килегеҙ», – тип бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә иғлан итәләр. 10Бөтә түрәләр һәм халыҡ быға ҡыуана һәм йәшникте тултырғансы килтереп һалып тора. 11Левиҙәр йәшникте батша түрәләренә алып килеп, тегеләр унда аҡсаның күплеген күргәс, батшаның сәркәтибе менән баш ҡаһиндың ышаныслыһы килеп йәшникте бушата ла, уны яңынан урынына илтеп ҡуя. Көндән-көнгә ошолай бик күп көмөш йыялар. 12Батша менән Йеһоядағ йыйылған көмөштө Раббы ҡорамында эш башҡарыусыларға илтеп тора, ә улар Раббы ҡорамын яңыртыу өсөн ташсылар менән балта оҫталарын, Раббы ҡорамын йүнәтеү өсөн тимерселәр менән баҡырсыларҙы яллай. 13Эшселәр эшләй, төҙәтеүҙәр улар ҡулы менән бойомға ашырыла. Улар Алла ҡорамын тейешле хәлгә килтерә, нығыта. 14Төҙөлөш тулыһынса тамамланғандан һуң, улар батша менән Йеһоядағҡа ҡалған көмөштө килтереп тапшыра. Был көмөштән Раббы ҡорамында хеҙмәт үтәү һәм яндырыу ҡорбаны килтергәндә кәрәк булған һауыттар ҡоялар, шулай уҡ алтын, көмөштән башҡа һауыт-һаба яһайҙар. Йеһоядағ иҫән ваҡытта Раббы ҡорамында тотош яндырыу ҡорбандары даими килтереп торола.

15Йеһоядағ ҡартая, донъялыҡтан туйып, йөҙ утыҙ йәшендә мәрхүм була. 16Уны Дауыт ҡалаһында батшалар янына ҡуялар, сөнки ул Аллаға һәм Уның ҡорамына хеҙмәт итеп, Исраилда тик изгелек кенә эшләй.

17Йеһоядағтың вафатынан һуң, Йәһүҙә түрәләре батшаға килеп баш эйә, батша иһә уларҙы тыңлай башлай. 18Улар ата-бабаларының Аллаһы Раббының ҡорамын ташлап, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларға һәм боттарға табынырға тотона. Уларҙың был гонаһы арҡаһында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Алланың асыуы төшә. 19Халҡын Үҙенә ҡайтарам тип, Раббы уларға пәйғәмбәрҙәрен ебәрә. Әммә халыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмай. 20Йеһоядағ ҡаһиндың улы Зәкәрьяһты Алла рухы солғап ала һәм ул халыҡ алдына баҫып әйтә:

– Раббы былай ти: «Ни өсөн һеҙ Раббы бойороҡтарын боҙаһығыҙ? Эштәрегеҙҙә уңышҡа ирешә алмаясаҡһығыҙ, сөнки Раббыны һеҙ нисек ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе шулай ташлаясаҡ».

21Әммә Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторола, батша бойороғо буйынса, уны Раббы ҡорамы ихатаһында таш бәреп үлтерәләр. 22Йоаш батша Йеһоядағтың үҙенә эшләгән изгелектәрен иҫенә лә төшөрмәй, уның улын үлтерә. Йән биргәндә Зәкәрьяһ:

– Раббы күрһен дә язаһын бирһен, – ти.

23Ошо йылдың аҙағында Арам ғәскәре Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә килеп һөжүм итә, халыҡтың бөтә башлыҡтарын ҡыра, барлыҡ яумалды үҙҙәренең батшаһына Дамаскка оҙата. 24Арам ғәскәре аҙ һанлы булһа ла, Раббы ата-бабаларының Аллаһын онотҡан өсөн йәһүҙиҙәрҙең бихисап күп ғәскәрен улар ҡулына тапшыра. Шулай итеп, Йоаш батша язаһын ала. 25Арамиҙар уны ауыр яралы хәлдә ҡалдырып китә, әммә ярандары, Йеһоядағ ҡаһиндың улының ҡанын түккән өсөн, уны ятҡан түшәгендә үлтерә. Йоаш шулай үлә. Уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр, әммә батшалар зыяратына ҡуймайҙар. 26Уға ҡаршы фетнә ойоштороусылар ғаммон ҡыҙы Шимғаҫтың улы Завад менән моав ҡыҙы Шимриҫтың улы Йеһозавад була.

27Йоаштың улдары, уға ҡаршы әйтелгән бик күп пәйғәмбәрлек һүҙҙәре, Алла ҡорамын төҙөкләндереүгә ҡағылышлы хикәйәләүҙәр Батшалар китабындағы яҙмаларҙа бирелгән. Йоаш урынына улы Амасъяһ батша булып ултыра.

Copyright information for BakIBT2023