2 Chronicles 25:25-28
25Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ Йоаш улы Исраил батшаһы Йеһоаш Йеһоахаз улы үлгәндән һуң, ун биш йыл йәшәй. 26Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған. 27Амасъяһ Раббынан тайпылғандан һуң, Йәрүсәлимдә уға ҡаршы фетнә ойошторола. Ул Лахиш ҡалаһына ҡаса, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтертәләр. 28Амасъяһтың мәйетен атта алып ҡайтып, Йәһүҙә ҡалаһында ата-бабалары янына ерләйҙәр. 2 Chronicles 26:1-2
Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ
(4 Бат 14:21-22; 15:1-3, 5-7)
1Шунан һуң Йәһүҙә халҡы ун алты йәшлек Ғуззияһты ▼▼ Ғуззияһ – «ІV Батшалар», 14:21-се аятта «Ғазаръяһ» дип бирелгән.
атаһы Амасъяһ урынына батша итеп ҡуя. 2Ул, атаһы үлеп ата-бабалары хозурына күскәс, Элаҫ ҡалаһын Йәһүҙәгә ҡайтара һәм ҡайтанан ҡора.
Copyright information for
BakIBT2023