‏ 2 Chronicles 26:21-23

21Ғуззияһ батша ғүмеренең аҙағына тиклем махау ауырыулы була һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәй. Раббы ҡорамына инеү уға ҡырҡа тыйыла. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итә.

22Ғуззияһтың башҡа ғәмәлдәрен, башынан аҙағынаса, Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр яҙып ҡалдырған. 23Ғуззияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны батша төрбәләре эргәһендә, батшаларҙыҡы булған ҡырҙа ата-бабалары янында ерләйҙәр, сөнки уны, ул махаулы, тиҙәр. Уның урынына улы Йоҫам батша була.

Copyright information for BakIBT2023