2 Chronicles 3:1-14
Ҡорам төҙөлөшө
(3 Бат 6:1-38; 7:15-22)
1Йәрүсәлимдәге Морияһ тауы өҫтөндә – Дауытҡа Раббы күренгән ерҙә Сөләймән Раббы ҡорамын төҙөй башлай. Элек йевуси Орнандың ырҙыны урынлашҡан был урынды уға атаһы Дауыт әҙерләп ҡуйған була. 2Төҙөлөштө батша булып ултырғандың дүртенсе йылында, икенсе айының икеһендә башлай ул. 3Бына Сөләймән һалған Алла ҡорамының нигеҙ үлсәмдәре: буйы боронғо үлсәмгә күрә – алтмыш терһәк, иңе – егерме терһәк. 4Ҡорам залының алғы яғындағы айуандың буйы ▼▼ Айуан – ҡорамға ингән урында алғы бүлмә.
, тотош ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк, бейеклеге – йөҙ егерме терһәк. Уны эстән саф алтын менән көпләтә. 5Ҙур залды, эстән кипарис ағасы менән көпләткәндән һуң, саф алтын менән ҡаплата, уға хөрмә ағасы һүрәттәре, сылбыр семәрҙәр яһата. 6Сөләймән залды затлы таштар менән биҙәтә. Алтындың Паруаимдан килтертелгәнен файҙалана. 7Ул залдың һайғауҙарын, тупһаларын, ишектәрен, диуарҙарын да алтын менән көпләтә, диуарҙарына кируб һүрәттәре ырып яһата. 8Иң мөҡәддәс урынды эшләтә: уның буйы, ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк, иңе лә егерме терһәк була; уны алты йөҙ талант ▼▼ Талант – ауырлыҡ үлсәме, яҡынса 36 кг.
иң яҡшы алтын менән көпләтә. 9Алтын ҡаҙауҙарының ауырлығы илле шекел тарта. Өҫкө бүлмәләрҙе лә алтын менән көпләтә. 10Шунан ул Иң мөҡәддәс урынға ике кируб һынын яһата һәм уларҙы алтын менән көпләтә. 11– 12Ике кирубтың йәйелгән ҡанаттары бергә барыһы егерме терһәк тәшкил иткән була. Йәнәш торған ике кирубтың һәр ҡанаты егерме терһәк оҙонлоғонда булып, береһе – диуарға, икенсеһе остары менән икенсе кирубтың ҡанат осона тейеп тора. 13Был кирубтарҙың ҡанаттарының ҡоласы йәмғеһе егерме терһәк тәшкил итә; улар үҙ аяҡтарында тора, йөҙҙәре менән ҡорам залына ҡарай. 14Сөләймән тағы ла зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йоҡа етендән пәрҙә ҡорҙорта, уға кирубтар сиктерә.
Copyright information for
BakIBT2023